ТАШЛЫ, Димй. басс. төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Әлшәй р‑ны Ташлы а. көнбайышҡа табан 0,6 км алыҫлыҡта БөгөлмәБәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Көнсығышҡа ҡарай ауышҡан уйһыу һаҙлыҡтан тора, дөйөм майҙаны 1,5 га. Башлыса ер аҫты һыуҙары м‑н туйына; төбәктең төньяҡ сиге буйлап аҡҡан Һарға йй. (Димй. басс.) инә. Ландшафы күрән‑мүк, ҡамыш һәм таллыҡ төркөмдәре комплексынан ғибәрәт. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: бүлбеле тәбәнәкәшәлсә, һаҙ баҙыҡайы, һаҙ һарыгүҙе һ.б., ш. уҡ реликт— тутыҡ схенус.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев