ТАШЛЫ, йылға, Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) уң ҡушылдығы. Ырымбур өлк. Ташлы а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта башлана. Ырымбур өлк. һәм БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны буйлап төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға. Оло Эйек й. (тамағынан 78 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 53 км, басс. майҙаны 707 км2. БР‑ҙа оҙонлоғо яҡынса 30 км. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығым ыяҡынса 10 м3/с. Рельефы соҡорло‑убалы. Ландшафы һоро урман тупрағындағы һәм типик ҡара тупраҡтағы киң япраҡлы урмандарҙан, болонло далаларҙан һәм һөрөнтө ерҙәрҙән тора. Ҡушылдыҡтары: уң — Яман, Көплө; һул — Урманташлы.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.