БАЙБУРИН Ғабдулла Ғиндулла улы [1.3.1925, БАССР-ҙың Өфө кантоны Сәфәр а. (БР-ҙың Шишмә р-ны) — 19.4.1994, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. РСФСР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1985). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1952), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1970) тамамлаған. 1952 й. алып Октябрьский ҡ. урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1954 й. башлап “Пионер” ж. бүлек мөдире. 1958—68 йй. Башҡ. китап нәшриәтенең бүлек мөдире, 1971—75 йй. — баш мөхәррир урынбаҫары. “Яҙғы күкрәү” тигән тәүге китабы 1959 й. сыға. “Үтеп барышлай” (1975) шиғырҙар йыйынтығы мөхәббәт һәм дуҫлыҡ темаһына арналған. “Бер телем икмәк” (1972), “Ҡарлуғастар оса” (1975), “Әфлисун” (1982) йыйынтыҡтарына үҙенсәлекле, нескә юмор м‑н һуғарылған, кешенең тәбиғәт м‑н мөнәсәбәттәре проблемаларын күтәргән повестар һәм хикәйәләр ингән. Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш темаһы балалар өсөн “Күк толпар” (1960), “Зәңгәр күбәләк” (1961) тигән әҫәрҙәрҙә лә яңғырай. “Тал бөгөлә” (1967), “Аҡ ҡоҙғон” (1971), “Зәңгәр юлдар” (1979) исемле пьесалар авторы. Я.Гашек, К.Д.Ушинский хикәйәләрен, Ш.Петефи шиғырҙарын башҡ. теленә тәржемә итә. Украин һәм ҡаҙаҡ яҙыусылары әҫәрҙәренең башҡ. теленә тәржемә ителгән йыйынтыҡтары, “Йәш көстәр” (1959—64) альманахының 6 сығарылышы, “Башҡорт хикәйәләре” (1974) антологияһын төҙөүсе. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985). Б. исеме яҙыусының тыуған ауылындағы урамға бирелгән, ш. уҡ мәктәп бинаһына таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Ҡояш һәм кеше: повесть, хикәйәләр, иҫтәлектәр. Өфө, 1985; Мин һине яратам: хикәйәләр, парсалар, иҫтәлектәр. Өфө, 1991; Соловьиная весна: стихи, поэма. Уфа, 1965; Иремель выше Альп: повести и рассказы. М., 1982.

Н.Т.Зарипов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика