ТАШКИСЕҮ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Шафран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 29 км һәм Шафран т. юл ст. Т. табан 13 км алыҫлыҡта Торонтайыш й. (Ҡурсаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 287 кеше; 1959 — 295; 1989 — 170; 2002 — 142; 2010 — 92 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1922 й. Бәләбәй кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Торонтайыш а. кешеләре ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 25 йорт иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов