ТАШКИСЕҮ, Илеш р‑нындағы ауыл, Баҙытамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 141 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 554 кеше; 1920 — 652; 1939 — 492; 1959 — 367; 1989 — 234; 2002 — 235; 2010 — 217 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1754 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1786—1834 йй. Түб. һәм Үрге Т. аа. булараҡ иҫәпкә алынған. 1865 й. 69 йортта 392 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 тирмән булған. 1906 й. ир һәм ҡыҙ балалар өсөн училищелар, ат м‑н ярма ярғыс, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.