ТАШКИН, ауыл, 1969 й. алып Нефтекама ҡ. (1977—88 йй. Краснокама р‑ны) составында, Ташкин а/с үҙәге. Нефтекама ҡ. һәм т. юл ст. К. табан 6 км алыҫлыҡта Берёзовка й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1292 кеше; 1920 — 1147; 1939 — 816; 1959 — 595; 1989 — 1358; 2002 — 2003; 2010 — 2467 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1646 й. алып Ташкин яңы ауылы булараҡ билдәле. 18 б. уртаһынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 132 йортта 915 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, балта эше, көршәк яһау, септә һуғыу, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня (1805 й. төҙөлгән), 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. часовня, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, ел тирмәне һәм 2 һыу тирмәне, һабын ҡайнатыу һәм 4 тоҡ тегеү йорто, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1969 й. ҡарата Ҡалтасы р‑нының Ташкин а/с үҙәге.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов