ТАШКЕНТ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Күрҙем а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 35 км һәм Рабак т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Кесе Гөндөр й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 167 кеше; 1959 — 183; 1989 — 120; 2002 — 118; 2010 — 96 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бөрө кантонында нигеҙ һалына.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018