ТАШҠАЛМАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Бәшир а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 20 км һәм Өфө т. юл ст. Т.- Көнб. табан 90 км алыҫлыҡта Ҡалмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 408 кеше; 1920 — 645; 1939 — 608; 1959 — 520; 1989 — 293; 2002 — 291; 2010 — 240 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Бәләбәй йәҙендә Ташкүпер-Ҡалмаш исеме м‑н нигеҙ һалына. Шулай уҡ Ташкүпер, Ҡалмаш, Ташкисеү исемдәре м‑н теркәлгән. 1896 й. 71 йортта 430 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мөгәзәй булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018