ТАШБУЛАТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 46 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Ҡарабалыҡты күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 395 кеше; 1920 — 558; 1939 — 417; 1959 — 495; 1989 — 821; 2002 — 1048; 2010 — 1277 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 17 б. 2‑се ярт. алып Әҡембәт (тәүге төпләнеүсе Әҡембәт Ҡараҫманов исеменән) исеме м‑н билдәле. 1795 й. 25 йортта 157 кеше йәшәгән, 1866 й. Әҡембәттә (Т., йорт старшинаһы Ташбулат Сәйетбатталов исеменән) 54 йортта — 601 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет булған. 1900 й. 1‑се Әҡембәт (Т.) булараҡ теркәлгән. Мәсет булған. 20‑се йй. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. Т. эргәһендә Ҡарабалыҡты, Урта Түбә археологик ҡомартҡылары табылған. Р.Ю. Атауллин, Р.С.Вәлмөхәмәтов, З.Ә. Нурғәлин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов