ТАШАУЫЛ, Салауат р‑нындағы ауыл, Таймый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 63 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 92 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 251 кеше; 1920 — 419; 1939 — 443; 1959 — 468; 1989 — 276; 2002 — 252; 2010 — 187 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Таш, Тәкә исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 12 йортта 94 кеше йәшәгән, 1865 й. 21 йортта — 103 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет иҫәпкә алынған. П.К.Ямалиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018