ТАШАҪТЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 56 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.-Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында, Еҙем тәбиғи паркында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 116 кеше; 1920 — 99; 1939 — 198; 1959 — 199; 1989 — 119; 2002 — 142; 2010 — 123 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Кәлсер-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (14 йортта 60 кеше иҫәпкә алынған). 1865 й. 23 йортта 113 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, сана һәм ағас һауыт-һаба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. (хәҙ. исемдә) шөғөлдәр араһында урман кәсептәре булған. Ауыл эргәһендә Киндерле мәмерйәһе, Октябрь мәмерйәһе, Ташаҫты археологик ҡомартҡыһы урынлашҡан.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018