ТАШ АБАҒАҺЫ (Asplenium), таш абағаһы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған абаға һымаҡтар заты. Яҡынса 680 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: башаҡ һымаҡ Т.а. (ярым төрө — төклө Т.а.), йәшел Т.а., ҡая Т.а., төньяҡ Т.а. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы, ҡара төҫтәге тәңкәләр м‑н ҡапланған күп йыллыҡ ваҡ үҫемлектәр. Япраҡтары (вайялары) дихотомик тармаҡланыусан (төньяҡ Т.а.) йәки ҡауырһынлы, боролған, ҡыҫҡа һаплы, төкһөҙ, оҙонлоғо 10—15 см. Сорустары (спорангиялар төркөмдәре) эллипс йәки ҡыяҡ формаһында, икенсел һеңерсәләр буйлап урынлашҡан һәм япма м‑н ышыҡланған. Июнь—авг. спора осора. Ҡая ярыҡтарында, ш. иҫ. йылға буйы ҡая ярыҡтарында, ишелмәләрҙә һәм таш сыҡҡан урындарҙа, йышыраҡ урман күләгәһендә үҫә, башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында таралған. Декоратив үҫемлектәр.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.