ТАХАЕВ Хәлил Йән улы [17.2.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Исламбаҡты а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 28.5.1986, Өфө], иҡтисадсы‑географ. Геогр. ф. канд. (1947). РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1978), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1968). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Совет‑партия мәктәбен (Томск ҡ., 1930), В.И.Ленин ис. Мәскәү пед. ин‑тын (1936) тамамлаған. 1924—28 йй. һәм 1930—31 йй. Красноярск крайында эшләй. 1936 й. алып 2‑се Өфө үрнәк татар мәктәбе дир., БАССР Мәғариф ХК‑ның урта мәктәптәр идаралығы начальнигы. 1938 й. апр. башлап Башҡ‑н уҡытыусылар белемен камиллаштырыу ин‑тында дир. урынбаҫары, сент. алып БАССР ХКС‑ы ҡарамағындағы сәнғәт эштәре идаралығы нач., 1941—42 йй. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы. 1951—73 йй. СССР ФА БФ‑та: бүлек мөдире, 1955 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1967 й. — сектор мөдире, бер үк ваҡытта 1951—55 йй. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тының иҡт. география каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге БАССР етештереү көстәренең үҫешен һәм уларҙың урынлаштырылыуын тикшереүгә арналған. Т. тарафынан хужалыҡ үҙләштереүендә дифференциаль алым талап итеүсе иҡт.‑геогр. райондар һәм тәбиғи ландшафттар бүленгән. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Башкирия: экономико-географическая характеристика. М., 1950; Природные условия и ресурсы Башкирской АССР. Уфа, 1959.

М.Н.ИҫәнбаевТ

әрж. Ф.Ғ.Ғәлиев