БАЙБУЛАТОВ Раил Фәтхелислам улы (2.6.1937, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Яманғол а. — 22.7.2002, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), яҙыусы. РФ‑тың (1997) һәм БР‑ҙың (1988) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1961). 1962 й. алып Башҡ‑н китап нәшриәте мөхәррире, редакция мөдире, 1990—99 йй. БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары. “Алсаҡ йөҙлө әсәйем” тип аталған тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1972 й. сыға. “Иң ауыр фән” (1983), “Оҙайлы имтихандар” (1988), “Оятыңдан үлмәй тор!” (1993) йыйынтыҡтарына ингән хикәйә һәм повестарында, “Кисеүҙә гармун тауышы” (1997) романында үҫеп килгән быуынға рухи‑әхлаҡи тәрбиә биреү проблемалары күтәрелә. “Дала таңдары” (1990) романы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм унан һуңғы осорҙа халыҡтың ҡыйыулығына арнала. Хәҙ. замандың соц. проблемалары “Йәрем минең, алиһәм” (1993), “Фатихамды бирмәй китмәм” (1995) драмаларында сағылыш таба. Й.М.Мостафин, Э.Нойч, А.А.Фадеев, М.А.Чванов, Р.Б.Әхмәтов һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә итә. С.Чекмарёв ис. пр. лауреаты (1990). Б. исеме яҙыусының тыуған ауылындағы мәктәпкә бирелгән; мәктәп бинаһына һәм Өфөлә Б. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Сағыл ташта үҫкән ҡарағас: роман‑эссе. Өфө, 2003.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика