ТАУҮҘӘН ЕЛДӘРЕ, таулы райондарҙа урындағы елдәр, тәүлек эсендә даими иҫеп тора: көндөҙ һауа ағымы үҙән һәм тау битләүҙәре буйлап өҫкә күтәрелә (үҙән елдәре), төндә — киреһенсә (тау елдәре). Барлыҡҡа килеүенең сәбәбе булып атмосфералағы һауаның (тигеҙлек һәм тау битләүҙәре өҫтөндә бер үк бейеклектә) көндөҙ ныҡ йылыныуы йәки төндә һыуыныуы тора. Дөйөм атмосфера циркуляцияһының көслөрәк ағымдары м‑н ҡапланмаған осраҡта, йәғни антициклон өлкәһендә башлыса ҡояшлы һауа торошо булғанда, Т.‑ү.е. бөтә таулы системаларҙа күҙәтелә. Т.‑ү.е. тәүлек эсендә һауаның дымлылығы үҙгәреүенә йоғонто яһай; көндөҙ болоттар барлыҡҡа килеүенә, төндә һауа асылыуына, тауҙарҙа яуым-төшөм булыуына булышлыҡ итә. Башҡортостанда Т.‑ү.е. күберәк йәй көнө Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында күҙәтелә. Уртаса тиҙлеге 2—4 м/с тәшкил итә, макс. тиҙлеге (үҙәндәрҙә) — 10 м/с тиклем.

Ф.Ш.Килмәтова

Тәрж. И.М.Япаров

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.