ТАУҠАЙ-ГӘЙНӘ, Г ә й н ә, Миәкә р‑нындағы ауыл, Көсөгән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Тауҡай й. (Өйәҙе й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 785 кеше; 1920 — 901; 1939 — 452; 1959 — 405; 1989 — 215; 2002 — 223; 2010 — 156 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Күл-Иле-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1750 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Пермь губернаһы Ғәйнә улусы башҡорттары Тауҡай исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 23 йортта 152 кеше йәшәгән, 1865 й. (хәҙ. исемдә) 96 йортта — 591 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәктәп, бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. Ә.Л.Ғәлиев, Ғ.Ҡ.Зарипова, Ә.Ф.Латипов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018