ТАУҘАР, 1) төрлөсә барлыҡҡа килгән айырым түбәләр, массивтар, арҡалар, һырттар (бейеклектәре, ғәҙәттә, диңгеҙ кимәленән 200 м юғарыраҡ); 2) ныҡ йырғыланған рельеф хас булған таулы илдәр, тау системалары, ҙур ер өҫтө участкалары. Барлыҡҡа килеү ваҡыты б‑са — байкал, каледон, герцин (ҡара: Герцин йыйырсыҡлығы), мезозой һәм альп Т.; барлыҡҡа килеү юлы б‑са — тектоник, вулкан, эрозион (денудацион); структур билдәләре б‑са (геосинклиналдәр йәки платформалар) — геосинклиналь, эпигеосинклиналь, эпиплатформа йәки ҡайтанан тергеҙелгән; тектоник төҙөлөшө б‑са — йыйырсыҡлы, эре киҫәкле‑йыйырсыҡлы, эре киҫәкле; бейеклеге б‑са тәпәш (500—1000 м), уртаса бейек (1000— 2000 м), бейек (2000—5000 м) һәм ныҡ бейек (5000 м юғарыраҡ) Т. айырыла. Т. рельефы тектоник хәрәкәттәр арҡаһында барлыҡҡа килгән ҡатмарлы ерҡабығыдеформациялары һәм денудациялар һөҙөмтәһендә формалаша. Т. рельефының төп формалары: тау теҙмәләре, һырттар, армыттар, ҡырластар, Т. араһындағы уйһыулыҡтар, уйпатлыҡтар һ.б. формалар. Һырт ҡырластары йәки теҙмәләренең айырым күтәренке урындары тау түбәләре (сусаҡ, манара, “аҡтау”, “яланғас” түбә, “таш” һ.б.) тип атала. Т. өсөн ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге хас. Һауа массалары юлында кәртә булараҡ улар урындағы елдәр (фён, тау еле, төньяҡ-көнсығыш еле, тау‑үҙән елдәре һ.б.) барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы Т. барлыҡҡа килеүе б‑са башлыса тектоник; төҙөлөшө б‑са — йыйырсыҡлы һәм ҙур киҫәкле‑йыйырсыҡлы; бейеклеге б‑са тәпәш һәм уртаса бейек. Ҡайһы бер ғалимдарҙың фекере б‑са, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы Т. шарьяж төҙөлөшө хас. Респ. терр‑яһында иң бейек тау түбәһе — Ямантау (1640 м). Уралтау һырты төп һыу айырғыс булып тора. Бейеклеге б‑са һырттар араһында абс. бейеклеге 1427 м (Оло Шелом тауы) булған Егәлгә, 1382 м (Широкая тауы) — Машаҡ, 1327 м — Нәре, 1271 м булған Баштау һ.б. һырттар айырыла. Күберәк урмандар м‑н ҡапланған көмбәҙ формаһындағы түбәләр таралған. Ҡайһы бер һырттарҙа Т. түбәләре текә ҡая рәүешендәге ташлы яланғаслыҡтар суҡағы (Ҡараташ тауы), тау тоҡомдарының элювиаль һыныҡтары (Оло Ирәмәл тауы, Ямантау) һәм осло түбәле сусаҡтар (Әрүәк‑Рәз тауы) формаһын алып тора. Башҡортостандың Уралалдында ҡалдыҡ Т. — Балҡантау (319,6 м); шихандар— Ҡуштау (357 м) һ.б. осрай. Йылы ҡоро пары бүленеп сыҡҡан Янғантау (504 м) киң билдәле.

П.Н.Швецов, И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018