ТАУ ЭШЕ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте өсөн инженерҙар, техниктар һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы. Т.э.б.б. барлыҡҡа килеүе 1745 й. Ырымбурҙа инженерҙар мәктәбе асылыу м‑н бәйле; унда арифметика, геометрия, фортификация, инженерҙар эше өйрәнелә һәм төҙөлөш мастерҙары әҙерләнә. 1773 й. Петербургта Исмәғил Тасимов инициативаһы б‑са тау белгестәрен, ш. иҫ. Башҡортостандан сыҡҡан белгестәрҙе, әҙерләү маҡсаты м‑н Рәсәйҙә тәүге юғары техник уҡыу йорто — тау уч‑щеһы (хәҙ. “Горный” Милли минерал‑сеймал ун‑ты) асыла. 18 б. уртаһынан БР‑ҙа тау сәнәғәте мәктәптәре һәм училищелары эшләй. 19 б. 2‑се ярт. Т.э.б.б. ғәмәлдә тау эше, металлургия һәм геология буйынса белем биреүгә бүленә. 1876 й. Ер үлсәү училищеһы асыла. 19 б. аҙ. — 20 б. башында тау эше белгестәрен тау сәнәғәте һәм тау уч‑щелары, реаль училищеларҙың тау һәм тау сәнәғәте бүлектәре әҙерләй (ҡара: Урта профессиональ белем). 20 б. 20‑се йй. уртаһында Йылайыр кантоны Түбә ҡасабаһында һәм Баймаҡ а. фабрика‑завод өйрәнсектәр мәктәптәре (1928 й. башлап тау сәнәғәте өйрәнсектәр мәктәптәре) асыла; унда тау слесарҙары, забойсылар, ҡойоусылар, шахта мейесе мастерҙары һ.б. әҙерләнә (ҡара: Баймаҡ тау‑механика техникумы). 1941 й. Өфөгә И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑ты (ҡара: Нефть техник университеты) эвакуациялана. Юғары квалификациялы белгестәр — ӨДНТУ‑ла (1941 й. алып) һәм уның Стәрлетамаҡ (1955 й. алып), Октябрьский (1956 й. алып) һ.б. ҡалаларҙағы филиалдарында; техник персонал урта махсус уҡыу йорттарында — Ишембай нефть колледжында (1932 й. алып), Октябрьский нефть колледжында (1951 й. алып), Сибай политехник колледжында (1966 й. алып), Учалы тау‑металлургия техникумында (1959 й. алып), Аҡъяр тау колледжында (2002 й. алып) әҙерләнә. Квалификациялы эшселәрҙе проф. техник белем биреү йорттарында әҙерләйҙәр. Махсус фәндәре: геодезия, маркшейдер эше, рудник геологияһы һәм ер аҫты геометрияһы; тау машиналарын һәм комплекстарын иҫәпләү, төҙөү һәм файҙаланыу; тау эштәрен электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу; тау эштәре технологияһы һәм уларҙы механизациялау, ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу урындарын төҙөү һәм нығытыу, тейешле производство процестарын электрлаштырыу, механизациялау, автоматлаштырыу һ.б. фәндәр. Уҡыу барышында студенттар геол., геодезия һ.б. уҡыу практикалары, ш. уҡ баҫыуҙағы геол. партияларҙа, сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте пр‑тиеларында производство практикаһы үтә. Юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә — 5, киске, ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә, магистратурала— 6, бакалавриатта— 4 йыл; урта махсус уҡыу йорттарында 9 класс нигеҙендә көндөҙгө бүлектә — 4 йыл, 11 класс нигеҙендә көндөҙгө бүлектә — 3, ситтән тороп уҡыу бүлегендә 4 йыл уҡыйҙар. Инженер‑техник эшселәрҙең квалификацияһын күтәреү ӨДНТУ‑ның өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тында, Тармаҡ‑ара институтта, юғары уҡыу йорттарындағы, пр‑тиеларҙағы, ойошмаларҙағы махсус ф‑ттарҙа һәм курстарҙа алып барыла. Фәнни һәм пед. эштәр б‑са белгестәр БДУ‑ның, ӨДНТУ‑ның, Геология институтының һ.б. аспирантураһында әҙерләнә. 1968 й. ӨДНТУ‑ла техник фәндәр канд., 1972 й. башлап техник фәндәр д‑ры ғилми дәрәжәһен яҡлау б‑са диссертация советтары асыла. Т.э.б.б. үҫешенә П.П.Бородавкин, Г.В.Вахрушев, В.Е.Губин, Х.Ғ.Дәүләтшин, Н.С.Золотницкий, Б.В.Клименок, Н.Ф.Ҡаһарманов, М.Ғ.Миңлеғәзимов, М.Р.Мәүлитов, А.И.Олли, М.М.Саттаров, А.И.Спивак, С.Ә.Солтанов, Ҡ.Р.Тимерғәзин, В.С.Яблонский ҙур өлөш индерә.

Тәрж. З.Б.Латипова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.