ТАУ, У р т а  Л ә м ә ҙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Ләмәҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 73 км һәм Оло Теләк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Новь й. (Ләмәҙ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 365 кеше; 1959 — 328; 1989 — 204; 2002 — 184; 2010 — 174 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1923 й. Өфө кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Урта Ләмәҙ а. кешеләре нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018