ТАТЫШ, Ағиҙел й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Илеш р‑ны Иҫке Татыш а. эргәһендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 0,38 км2, оҙонлоғо яҡынса 4 км, макс. киңлеге 360 м. Иҫке үҙән, соҡоро даға һымаҡ (көньяҡҡа табан тарая). Тымыҡ күл. Тирә‑яҡ ландшафы аллювиаль, һаҙ тупраҡтарындағы һаҙланған болондарҙан, ҡыуаҡлыҡ һәм урмандарҙан тора, аҡ тал, һары тал һ.б. осрай. Яр буйын күл ҡамышы, ябай уҡъяпраҡ, яҫыяпраҡ екән һ.б. ҡаплаған, күлдә һары томбойоҡ, һыу үләненең төрлө төрҙәре үҫә. Ажау, алабуға, суртан, һары һәм көмөш табан балыҡ йәшәй, ҡыҫала бар. Көньяҡ өлөшөндә ышылдаҡ аҡҡош, алаҡаҙ, өйрәктәроя ҡора. Исеме антропонимдан алынған.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев  

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.