ТАТАР-БАШҠОРТ СОВЕТ РЕСПУБЛИКАҺЫ (ТБСР), РСФСР составында башҡорт һәм татарҙарҙың күҙалланған милли дәүләтселек формаһы. Урал-Волга штаты проектына ҡаршы эшләнгән. “Татар-Башҡорт Совет республикаһы тураһында положение” Эске Рәсәй мосолман эштәре комиссариаты (ҡара: Үҙәк мосолман комиссариаты) тарафынан әҙерләнеп, 1918 й. 22 мартындағы Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты декреты м‑н раҫланған. ТБСР‑ға Өфө губернаһы, Вятка губернаһы, Ҡазан губернаһы, Ырымбур губернаһы, Пермь губернаһы, Һамар губернаһы һәм Сембер губ. бер өлөшө инергә тейеш булған. ТБСР ойоштороу кәңәшмәһендә (Мәскәү, 10—16 май) Ҡазан, Өфө, Ырымбур һ.б. ҡалаларҙың губерна Советтары һәм мосолман комиссариаттары вәкилдәре “Положение” һәм ТБСР Советтарының Ойоштороу съезын саҡырыу б‑са фекер алышҡан. Ҡайһы бер делегаттар (Екатеринбург Советынан — И.Я.Тунтул, Ҡазандыҡынан — К.Я.Грасис, Ырымбур Советынан — Ғ.К.Шәмиғолов һ.б.), ТБСР ойоштороу буржуаз милләтселекте көсәйтеүгә һәм Көньяҡ Урал з‑дтарында хәрби заказдың өҙөлөүенә килтереүе ихтимал, тип ҡаршы сыҡҡан. Килеп тыуған ҡаршылыҡтар ике тапҡыр РКП(б) ҮК‑нда тикшерелгән. Кәңәшмәлә “ТБСР тураһында положение” раҫланған, сыуаш һәм мари халҡы вәкилдәренең респ. составына инеү теләге иҫәпкә алынған, Ойоштороу съезын әҙерләү комиссияһы һайланған, съезды үткәреү урыны (Өфө) һәм көнө (15 сент.) билдәләнгән. Чехословак айырым корпусының сығышы, Урал һәм Волга буйы терр‑яһының күпселек өлөшөнөң большевиктарға ҡаршы көстәр ҡулына күсеүе (ҡара: Граждандар һуғышы) арҡаһында съезд үткәрелмәгән. “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү”гә ҡул ҡуйылғас, 1919 й. 13 дек. РКП(б) ҮК Сәйәси бюроһы ҡарары нигеҙендә Милләттәр эштәре б‑са халыҡ комиссариатының ТБСР т‑дағы декреты ғәмәлдән сығарыла.

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018