ТАТАРСТАН, Т а т а р с т а н  Р е с п у б л и к а һ ы, РФ субъекты. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығышында, Волга һәм Кама йй. араһында урынлашҡан. Киров, Ульяновск өлк., Ырымбур өлкәһе, Һамар өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы, Марий Эл, Удмуртия, Сыуашстан респ. м‑н сиктәш. Баш ҡалаһы — Ҡазан. Юғары вазифалы кешеһе — президент. 1920 й. ойошторола. Составына 43 район, 22 ҡала һәм 18 ҡала тибындағы ҡасаба инә. Волга буйы федераль округына ҡарай. Майҙаны — 67,8 мең км2.

Халҡы — 3786,4 мең кеше, ш. иҫ. 13,7 мең башҡорт (2010). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 55,8 кеше/ км2; тәбиғи кәмеүе — 3,9 мең кеше. Урбанизация — 75,4%; ҙур ҡалалары — Ҡазан (1,1 млн кеше), Яр Саллы (513,2 мең), Түб. Кама (234,2 мең), Әлмәт (146,4 мең), Зеленодольск (97,7 мең), Бөгөлмә (89,2 мең). Иҡт. әүҙем халҡының һаны — 2 млн кеше. Милли составы (%): татарҙар 53,2, урыҫтар 39,7, сыуаштар 3,1 һ.б. Дәүләт телдәре — татар теле, урыҫ теле. Т. башҡорттары Кама-Ыҡ буйы башҡорттары төркөмөнә инә. Т. терр‑яһы Волга буйы Болғары, Монгол империяһы, Алтын Урҙа, Ҡазан ханлығы, Ҡазан өйәҙе (1552 й. алып), Ҡазан губернаһы составына ингән. Октябрь революцияһынан һуң Урал-Волга штаты һәм Татар-Башҡорт Совет Республикаһы ойоштороу ынтылышы яһалған. 1920 й. Бөгөлмә өйәҙенең бер өлөшө һәм Минзәлә өйәҙе терр‑яһы Т. составына индерелгән. Ҡазанда башҡ. илселәре батша наместнигы м‑н Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып барған. 16 б. 2‑се ярт. башлап татарҙар күбеһенсә Башҡортостандың көнбайыш, төньяҡ- көнбайыш, һуңыраҡ үҙәк райондарындағы башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендәкерҙәштәр, ҡәлғәләрҙәһәм Кама аръяғы сик һыҙығындағы торамаларҙа хеҙмәтле кешеләр сифатында төпләнгән. Совет власы йылдарында Башҡортостан белгестәре ҡатнашлығында Баулы нефть ятҡылығы асылған (1946), 60‑сы йй. ТАССР‑ҙың геофизика хеҙмәте ойошторолған, Т. сығарылған нефть БАССР‑ҙа эшкәртелгән. 1962—66 йй. ике республика Урта Волга иҡт. районы составына ингән. Т. — Волга-Урал тарихи-этнография өлкәһе өлөшө.

БР һәм Т. араһында — дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек (1997), сауҙа‑иҡт., фәнни-техник, соц. һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек (2002, 2010) т‑да килешеүҙәргә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Т. Хөкүмәте араһында — хеҙмәттәшлек һәм төбәк‑ара нефть, газ, химия комплекстарын интеграциялау (2001), сауҙа‑иҡт. хеҙмәттәшлек (2002) т‑да килешеүҙәргә, сауҙа- иҡт., фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре т‑да меморандумға (2001), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ЙыйылышыҠоролтай һәм ТР Дәүләт Советы араһында парламент-ара бәйләнештәрҙә хеҙмәттәшлек т‑да протоколдарға (1995, 1997, 2000, 2011) һ.б. килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. 2011 й. алып Өфөлә ТР‑ҙың БР‑ҙағы даими вәкиллеге эшләй.

2013 й. БР м‑н Т. араһында сауҙа әйләнеше 22,8 млрд һум тәшкил иткән. БР‑ҙың ҙур пр‑тиелары ТР терр‑яһында үткәрелгән сәнәғәт күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Т. делегаттары 1—4‑се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] эшендә ҡатнашҡан. БР Фәндәр академияһы һәм ТР ФА, РФА‑ның Өфө фәнни үҙәге һәм РФА‑ның Ҡазан фәнни үҙәге ғалимдары тарафынан берлектәге тикшеренеүҙәр һ.б. үткәрелә. “Башҡортостан Республикаһы һәм Татарстан Республикаһы халыҡтарының хеҙмәттәшлеге һәм дуҫлығы: тарих, хәҙерге хәле һәм перспективалар” фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарыла (Өфө, 2004). Т. әҙәбиәт һәм сәнғәт декадалары һәм көндәре (1960, 1989), БР мәҙәниәте көндәре (2007, 2011), БР‑ҙа татар әҙәбиәте (1960) һәм сәнғәте (1988) аҙналары, ТР мәҙәниәте көндәре (2012) үткәрелә. ТР башҡорттарының милли-мәҙәни автономияһы — Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы (Ҡазан, 1992 й. алып), “Шоңҡар” (Яр Саллы, 1992 й. алып) һәм “Урал” (Түб. Кама, 1999 й. алып) Башҡ. милли-мәҙәни автономиялары, “Ирәндек” Башҡ. мәҙәниәте йәмғиәте (Саба р‑ны, 2008 й. алып) эшләй. ТР‑ҙа Башҡорт драма театры, “Нур” театры, Урыҫ драма театры, Салауат башҡорт драма театры, Ҡурсаҡ театры, Туймазы татар драма театры һ.б. гастролдәре була; рәссамдар Н.Ғ.Байбурин, З.Ғ.Ғаянов, Ғ.Ш.Имашева, А.П.Лежнев, Т.П.Нечаева, Ә.Х.Ситдиҡова, В.С.Сыромятников, А.Э.Тюлькин, В.М.Ханнановһ.б. эштәре күрһәтелә. Яр Саллыла башҡ. мәктәбе эшләй (2004 й. алып), “Беҙбашҡорттар” гәз. нәшер ителә. Т. тыуып үҫкән И.С.Алкин, Ғ.Баруди, Ә.З.Бикҡолов, Ю.Ю.Блюменталь, Б.Н.Вәлиева, Л.А.Галанова, Ғ.Ғ.Ғарифйәнов, С.Ғиззәтуллина-Волжская, С.Ғәбәши, Ф.М.Ғәзизов, Ф.М.Ғәйнетдинов, Б.Т.Ғәниев, В.В. Катаринский, И.С.Перелыгин, Н.Ғ. Сабитов, Т.Тажетдин һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.Х.Хужин