ТАТАР НУҒАҘАҒЫ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Нуғаҙаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 31 км һәм Төкөн т. юл ст. К. табан 24 км алыҫлыҡта Нуғаҙаҡкүл (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 856 кеше; 1920 — 899; 1939 — 742; 1959 — 568; 1989 — 324; 2002 — 462; 2010 — 451 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала, 1747 й. алып Нуғаҙаҡ исеме м‑н билдәле. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултырған. 1865 й. (хәҙ. исемдә) 82 йортта 454 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, мәктәп, тимерлек, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.