ТАТАР МӘНӘҮЕЗЕ, Илеш р‑нындағы ауыл, Баҙытамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 138 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 256 кеше; 1920 — 338; 1939 — 366; 1959 — 302; 1989 — 180; 2002 — 172; 2010 — 156 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1777 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Мәнәүез исеме м‑н типтәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 51 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. (хәҙ. исемдә) 21 йортта — 129 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Р.З.Зиннәтуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018