ТАТАР МАЛАЯҘЫ, Салауат р‑нындағы ауыл, Малаяҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 3 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Малаяҙ й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 815 кеше; 1920 — 961; 1959 — 692; 1989 — 478; 2002 — 602; 2010 — 586 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (1‑се Малаяҙ урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы филиалы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1756 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр Малаяҙ исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. башында Яңы Малаяҙ бүлендек ауылы (хәҙ. Черепанов а.) барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Малаяҙ исеме м‑н теркәлгән. 19 б. уртаһынан Малаяҙ булып иҫәпкә алынған. 1795 й. 159 кеше йәшәгән, 1865 й. 85 йортта — 486 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет (1817 й. төҙөлгән), 4 бакалея кибете теркәлгән. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Н.Иҫәнбәт, Ф.М.Камалетдинова, Ғ.Ф.Хәбирова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018