ТАТАР УРАҘЫ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Яңы Уртауыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т. табан 11 км алыҫлыҡта Ураҙы й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 519 кеше; 1939 — 523; 1959 — 406; 1989 — 224; 2002 — 278; 2010 — 269 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1816 й. һәм 1833 й. араһында Бөрө өйәҙе Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1859 й. 35 йортта 204 кеше йәшәгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018