ТАТАР ГИМНАЗИЯҺЫ. 1995 й. Бәләбәй ҡ. художество-эстетика бүлеге м‑н татар гимназияһы булараҡ асыла, 1998 й. алып сәнғәт бүлеге булған татар гимназияһы. Сәнғәт бүлегендә аккордеон, баян, ҡурай, скрипка, фортепиано, еҙ тынлы һәм һуҡма инструменттар, һынлы сәнғәт, хореография кластары б‑са уҡытыу алып барыла. Компьютер һәм мультимедиа кластары, китапханаһы, тамаша һәм спорт залдары, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәктәп яны участкаһы һ.б. бар. Гимназияны 160‑тан ашыу кеше тамамлаған (2009).

Н.Н.Хөсәйенов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.