ТАТАР ГИМНАЗИЯҺЫ №65. Өфөлә урынлашҡан. 1952 й. 15‑се урта мәктәп булараҡ асыла, 1956 й. алып 65‑се, 1960 й. — 65‑се тулы булмаған урта мәктәп, 1996 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Компьютер класы, 8 интерактив кабинеты, китапханаһы, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, “Мираҫ” этнография музейы, тамаша, спорт һәм тренажёр залдары, автопаркы бар. Уҡыу йортон 2 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2009), улар араһында Н.А.Арефьева, Б.Н.Павлов.

А.Ф.Ғәлимйәнова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018