ТАҪҠАҠЛЫ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 851 кеше; 1920 — 967; 1939 — 681; 1959 — 466; 1989 — 215; 2002 — 212; 2010 — 154 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1739 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 19 б. 1‑се ярт. мишәрҙәр теркәлгән. 1865 й. 75 йортта 460 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ф.Ф.Вәхитов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов   

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.