ТАРЛАУЫҠ, йылға эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ҡаты нигеҙле тау тоҡомдарында барлыҡҡа килгән, текә ҡая ташлы битләүҙәре булған тар тау үҙәне. Т. тәрәнлеге киңлегенән ҙурыраҡ, төбө башлыса йылға үҙәне булып тора. Башҡортостанда Т. Ағиҙел й. киңлек ағымы өлөшөндә осрай, бында йылға тәпәш тауҙарҙы киҫеп үтә. Ирәндек һыртының көнсығыш битләүендә Төйәләҫ й. ҡушылдыҡтарының береһе Ғәҙелша шарлауығы булған Т. барлыҡҡа килтерә. Т. шулай уҡ Йүрүҙән й., Урал й. ҡушылдыҡтары — Оло һәм Кесе Ҡыҙыл, Һаҡмар һ.б. йылғаларҙа осрай.

Тәрж. И.М.Япаров

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018