ТАРАСОВ Николай Васильевич (2.1. 1939, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Казанка а.), инженер‑механик. ӨАИ‑ны тамамлаған (1969). 1956—58 йй. “Востокнефтестройматериалы” тресының Төҙөлөш материалдары һәм деталдәре з‑дында (Октябрьский ҡ.) эшләй, 1962 й. алып балта оҫтаһы, 1963 й. — диспетчер, 1969 й. — инженер‑технолог, цех нач., 1972 й. — баш инженер, 1981 й. башлап Туймазы геофизик ҡорамалдар һәм аппаратуралар з‑дында директор. 1986 й. алып “Уралтехнострой‑Туймазыхиммаш” ААЙ‑нда баш инженер. Т. етәкс. приборҙар эшләүҙә ҡулланылған универсаль типтағы конструкцияларҙан төрлө корпустарҙы сериалы етештереү уйлап табыла һәм үҙләштерелә. 2 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1982).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев  

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018