ТАНАЛЫҠ, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Талҡаҫ күленән көньяҡҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта Ирәндек һыртының көнбайыш битләүҙәрендә башлана. БР‑ҙың Баймаҡ, Хәйбулла р‑ндары (Турат й. тамағы һәм Таштуғай а. араһында төньяҡ‑көнсығышҡа) һәм Ырымбур өлк. буйлап төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай аға. Урал й. (тамағынан 1827 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 225 км, басс. майҙаны 4160 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 92%‑ы — яҙғы (апр.—май), 5,5%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.), 2,5%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы7,9 м3/с. Йылға басс. Урал аръяғы яйлаһы сиктәрендә урынлашҡан; баймаҡ‑бүребай свитаһы, ирәндек свитаһы, олотау свитаһы, моҡас свитаһының эффузив, вулкан ултырма тоҡомдарынан, боғалоғор горизонтының йәшмәләренән, йылайыр свитаһының грауваккаларынан, урта һәм өҫкө девондың интрузив һәм субвулкан ҡатламдарынан, дүртенсел, ш. иҫ. алтынлы, ултырмаларҙан тора. Ландшафы үрге ағымында ҡараһыу һоро урман тупрағындағы ҡайын урманынан һәм йыуылған ҡаратупраҡтағы болонло далаларҙан, түбәнге ағымында төрлө үләнле‑кәҫле‑ҡыяҡлы далаларҙан, татырлыҡтарҙан, тоҙло тупраҡтан һәм типик ҡара тупраҡтағы һөрөнтө ерҙәрҙән ғибәрәт. Басс. яҡынса 25%‑ын урман ҡаплаған, 20%‑ы һөрөлгән. Баймаҡ р‑ны Мерәҫ а. һәм Хәйбулла р‑ны Хворостянка а. эргәһендә һыуһаҡлағыстар төҙөлгән. Йылға буйында Баймаҡ ҡ. урынлашҡан. Ҡушылдыҡтары: уң — Быҙаулыҡ, Ташлы, Турат; һул — Юлалы.

В.А.Балков

Тәрж. А.Н.Күсеев