ТАНАЛЫҠ ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Таналыҡ йылғаһында. Плотинаның һыу ағыҙыу ҡапҡаһы Хәйбулла р‑ны Хворостянка а. эргәһендә йылға тамағынан 124 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысында йылғаның һыу йыйыу майҙаны 1046 км2 (йылға басс. 25%‑ы), уртаса йыллыҡ ағым күләме 39,1 млн м3, һыу һаҡлағыстың тулы күләме 13,6 млн м3, файҙалы күләме — 13,3 млн м3; һыу өҫтө майҙаны 1,9 км2, оҙонлоғо 6,6 км, уртаса киңлеге 0,3 км (макс. 0,7 км), уртаса тәрәнлеге 7,1 м (макс. 19,6 м). Гидроузел составы: өҫкө яғына таяу беркетелгән, тупраҡтан өйөп һалынған плотина (оҙонлоғо 705,0 м, өҫкө һырты б‑са киңлеге 10,0 м, макс. бейеклеге 21,7 м); 5 ҡорос торбанан торған сүмесһеҙ ташҡын ағыҙыу ҡоролмаһы (диам. 2020 мм, оҙонлоғо 101,5 м); плотина эргәһендә гидроэлектростанцияһы булған, ҡорос торбаларҙан эшләнгән һыу төбөндәге һыу сығарыу ҡоролмаһы (диам. 1200 мм, оҙонлоғо 188 м); ғәҙәттән тыш хәлдә ҡулланыла торған ер өҫтө каналы (оҙонлоғо 473 м, киңлеге 40 м). Һыуы сөсө. Тәғәйенләнеше: Урал аръяғын һыу менән тәьмин итеүсе һыу үткәргес төркөмөндә файҙаланылған һыуға компенсация эшләү, ағымды миҙгелле көйләү, ГЭС‑та электр энергияһын эшләп сығарыу. Шулай уҡ рекреация өсөн файҙаланыла. 1998 й. төҙөлгән.

Ә.Р.Ғәббәсов

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018