ТАМОЖНЯ, сик аша йөк (ш. иҫ. багаж һәм почта м‑н ебәрелгән әйберҙәр) үткәреүҙе контролдә тотҡан, таможня пошлиналары һәм йыйымдары түләткән дәүләт учреждениеһы. Т. диңгеҙ һәм йылға порттарында, халыҡ‑ара аэропорттарҙа, сик буйы пункттарында һәм т. юл станцияларында, эре үҙәктәрҙә урынлашҡан. Төп бурыстары: илдең иҡт. мәнфәғәттәрен яҡлау, бюджетты тулыландырыу, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр үҫешенә булышлыҡ итеү, тышҡы сауҙа статистикаһын алып барыу һ.б. Башҡортостанда Т. тарихы сауҙа үҫешенә бәйле. 1753 й. Өфөлә Ырымбур тау етәкселеге ойошторола, уның ҡарамағында таможня йорто була. 18 б. уртаһында Ырымбур алыш‑биреш йорто Т. эшләй. 1817 й. Ырымбур таможня округы ойошторола (1868 й. Төркөстан таможня округына инә). Совет власы йылдарында тышҡы сауҙаға дәүләт монополияһы урынлаштырыла. Респ. РФ Федераль таможня хеҙмәтенең Волга буйы таможня идаралығының Башҡортостан таможняһы (1989 й. Өфө таможняһы булараҡ асыла, 1996 й. алып Башҡ‑н таможня идаралығы, 2001 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә) эшләй. Составына Стәрлетамаҡ (1991 й. нигеҙләнгән), “Башнефтехимзаводы” (1993), “Өфө” аэропорты (1994), Салауат (1996), Белорет (2001), Өфө (2002), Нефтекама, Туймазы (икеһе лә — 2004) таможня постары инә (2009). Башҡортостан таможняһының адм. бинаһы (ҡара: КостеринП.И. йорто) тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, ҡалат өҙөлөшө ҡомартҡыһы булып тора.

Әҙәб.: Хранители державной тамги. Уфа, 2009.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018