ТАЛПАНДАР (Acarina), үрмәксе һымаҡтар класына ҡараған отряд. 300 ғаиләһе, яҡынса 20 мең төрө билдәле, БР‑ҙа 200‑ҙән ашыу төрө бар. Тән төҙөлөшө үҙенсәлектәре б‑са Т. 3 ярым отряды айырыла: акариформ (биҙ, ҡыҙыл, үрмәксе ауы, ҡауырһын, галл рәүешле һ.б. Т. ғаиләһе), паразитиформ (гамазоид, иксод, лелаптид һ.б. ғаиләләр), бесәнсе талпандар. Кәүҙәһе 0,1 алып 30 мм тиклем оҙонлоҡта. Күпселек акариформ Т. 4 пар ослоҡ м‑н баш бүлеккә һәм 2 пар ослоҡ м‑н артҡы бүлеккә; паразитиформдарҙа 6 пар ослоҡ м‑н баш‑күкрәккә, аяҡһыҙ ҡорһаҡҡа бүленеү хас. Был ярым отрядтарҙың юғары вәкилдәрендә кәүҙә бүлектәре ғәҙәттә ҡушыла, примитив Т., ш. иҫ., бесәнсе Т., сегментация һаҡлана. Төҫө сыбар, һирәгерәк бер төҫтә. Япмаһы йоҡа, тиресәле йәки тығыҙ. Күп Т. күҙҙәре юҡ, ҡайһы бер төрҙәренеке — 1—2 пар, ҡайһы берҙә яңғыҙ урта күҙе бар. Ауыҙ аппараты сәнсеүсе, тешләүсе йәки һурыусы. Тире йәки трахея аша тын ала. Кәүҙәһе м‑н ослоҡтарында төктәр һәм һиҙеү ағзалары бар. Аяҡ‑яңаҡтары ябай; уларҙың төп быуынтыҡтары ауыҙ алды ҡыуышлығын, ҡалғандары һәрмәүестәр барлыҡҡа килтерә. Аяғы 4 пар (галл рәүешлеләрҙә — 2), тырнаҡтары һәм ҡайһы берҙә имгестәре була. Т. айырым енесле, йомортҡа һала, һирәгерәк осраҡта тере бала тыуҙыра, ҡайһы берҙәренә партеногенез хас. Аталандырылыуы тышҡы (ата Т. сперматофорын инә Т. енси ағзаһына беркетә йәки уны субстратта ҡалдыра, инә Т. уны эләктереп ала) йәки эске. Үҫеше ҡатмарлы: йомортҡанан балағорт алды, балағорт, 3 нимфаль стадия һәм имаго барлыҡҡа килә. Балағорттары хәрәкәтсән, 3 пар аяғы (4‑сеһе ҡау һалыу ваҡытында үҫеп сыға) була. Т. йылына 1—20 быуын бирә. Башлыса йомортҡалары йәки оло инә Т. ҡышлай. Көндөҙ йәки төндә әүҙем. Т. араһында йыртҡыстар, паразиттар бар, ҡайһы бер таҫма ҡорттарҙың ваҡытлы хужалары, ауырыу тыуҙырыусыларҙы таратыусылар (энцефалит, ҡысынма, геморрагик биҙгәк һ.б.); ауылх ужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары булып тора. Тупраҡ яһалыу процесында ҡатнаша.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова  

 

 

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018