“ТАЛҠАҪ”, дауалау‑иҫкәртеү шифаханаһы. Баймаҡ р‑нында, Баймаҡ ҡ. Т. 31 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 71 км, Иҫән а. 1 км алыҫлыҡта Талҡаҫ күле ярында урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра ‑17°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 17°С). 1931 й. Түбә руднигының ял базаһы булараҡ асыла, 1933 й. алып ял йорто, 1956 й. — “Баймаҡ” ял йорто, 2005 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Йыл әйләнәһенә эшләй, 300 (йәйге осорҙа) һәм 126 (ҡышҡы осорҙа) урынға иҫәпләнгән (2015). Төп дауалау факторҙары: климат, ванналар өсөн минераль һыу (гидрокарбонатлы кальций‑магнийлы, минераллашыуы — 0,29 г/л). Бальнеотерапия, гирудотерапия, ҡымыҙ менән дауалау, ләм м‑н дауалау, физиотерапия, энә-рефлекс терапияһы ҡулланыла; каскадлы душ м‑н бассейны, мунсаһы һ.б. бар.

Әҙәб.: М у н а с и п о в К.Т. Дом отдыха “Баймакский” на озере Талкас. Сибай, 1999.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина