ТАЛОГ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1991 й. Асҡын р‑ны Төй ҡасабаһында Талог урман пункты (30‑сы йй. нигеҙләнгән) базаһында “Башлеспром” урман сәнәғәте берекмәһенең Т.у.с.х. булараҡ ойошторола, 1995 й. алып ААЙ, 2007 й. ябыла. 2003 й. 119 кеше эшләгән; 12,4 мең м3 ағас сығарылған; етештерелгән (мең м3): түңәрәк ағас материалдары — 6,5, утын ағастары — 3,7. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018