ТАЛҠАҪ, Урал й. басс. күл. Баймаҡ р‑ны Түбә а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ирәндек һыртының көнбайыш битләүендәге тау араһы уйпатлығында, “Ирәндек” тәбиғи паркы терр‑яһында урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны — 4,2 км2, оҙонлоғо — 4,0 км, уртаса киңлеге — 1,0—1,3 км, уртаса тәрәнлеге — 4,5 м (макс. — 12,0 м), һыу күләме — 18,9 млн м3. Тектоник күл, өҫкө девондың моҡас свитаһы саҡматаштарында, урта‑өҫкө палеозойҙың ташкүмер йәшендәге габброларында һәм туффиттарында барлыҡҡа килгән, соҡоро һуҙылған; төбө ләмле, сапропель м‑н ҡапланған. Ағар күл, миҙгеле м‑н Шөгөр й. (Таналыҡ й. ҡушылдығы) ҡоя. Туйыныуы ҡатнаш. Һыуының һелтелелеге түбән, натрий‑магний‑кальцийлы. Күл эвтрофлы. Төньяҡ һәм көньяҡ ярҙары һөҙәк, тәпәш, урыны м‑н һаҙланған; көнбайыш һәм көнсығышы — текә, ҡаялы. Т. ярҙарында бейеклектәре 1—2 м, киңлектәре 2—4 м булған 1‑се һәм 2‑се һыубаҫар туғай өҫтө киртләстәре асыҡ күренә. Тирә‑яҡ ландшафы ҡараһыу һоро урман тупрағындағы һирәк ҡайын урманынан, ерек һәм тал әрәмәләренән, йыуылған ҡара тупраҡтағы тау‑болон далаларынан тора; күлдә күл ҡамышы, күрән һ.б. үҫә. Алабуға, густера, карп, ҡорбан, сабаҡ, суртан, табан балыҡ һ.б., алаҡаҙ, европа ҡарабоғаҡ гагараһы, ҡарасабан йәшәй. Исеме “таулы” этнонимынан (ҡара: Бөрйән) һәм -ҡас аффиксынан алынған, тип фараз ителә.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.