ТАЛДУТ (Lysimachia), кәзә һаҡалы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 60 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: ябай Т. һәм тәңкәле Т., йәки болон сәйе. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары нескә, түшәлеүсән йәки төҙ, өҫкө өлөшөндә тарбаҡлы, бейеклеге 20—125 см. Япраҡтары йомортҡа формаһында йәки оҙонса, ҡыҫҡа һаплы, ҡапма‑ҡаршы, ҡайһы берҙә суҡлы. Сәскәләре һары төҫтә, эре, япраҡ ҡуйындарында йәки ос һеперткеһендә урынлашҡан. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—авг. өлгөрә. Һыубаҫар болондарҙа, һаҙлыҡтарҙа, әрәмәләрҙә, йылға һәм күлдәр янында үҫә. Тәңкәле Т. Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендә, ябай Т. респ. бөтә терр‑яһында таралған. Баллы үҫемлектәр. Составында дуплаусы матдәләр, С витамины һәм сапониндар булған ябай Т. халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова