ТАЛБАЗЫ ЛИЦЕЙЫ. Ауырғазы р‑нында урынлашҡан. 1836 й. мәҙрәсә булараҡ асыла, 1900 й. алып урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеһы, 1919 й. — 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — өлгөлө башланғыс мәктәп, 1933 й. — урта мәктәп (1992 й. башлап №1), 2001 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2 компьютер класы, китапханаһы, ағас эше оҫтаханалары, 2 спорт залы, мәктәп яны һәм уҡыу‑производство участкалары бар. 1946 й. башлап мәктәпте 4,3 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2009), улар араһында Г.Ғ.Йәғәфәрова, Ғ.М.Мөлөков, М.А.Нуртдинов, Р.С.Сөләймәнов, Ғ.Әмирханова. Лицей бинаһына Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған лицейҙы тамамлаусы Р.Х.Вәлитовҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2005).

Р.К.Нафиҡов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина