БАЙ Борис Иванович (1878, Волынск губ. Староконстантинов ҡ. — 1942, июль, Өфө), архитектор. СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы (1935). Граждандар инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1913) проф. А.И.Дитрихтың проект оҫтаханаһы (шунда уҡ) архитекторы. 1915—28 йй. Украинала эшләй, 1929 й. В.И.Ленин мавзолейын төҙөү б‑са А.В.Щусев оҫтаханаһының өлкән инженеры. 1930 й. алып Иваново ҡ. “Облпроектстройобъединение”һының архитектура бүлеге нач., 1933 й. — Өфө ҡала коммуналь хужалығының төҙөлөш контораһы нач., 1937 й. — Бөтә Рәсәй ҮБК вәкәләтле проект бюроһының (Кисловодск ҡ.) өлкән архитекторы, 1938 й. — БАССР Урман хужалығы министрлығында баш архитектор, бер үк ваҡытта “Башпроект” тресының архитектура төркөмө етәксеһе. 1935—36 йй. Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе. Хеҙмәт һәм Сәнғәт һарайын реконструкциялау проекты авторы (1928—35; ҡара: Аксаков халыҡ йорто). Стәрлетамаҡ ҡ. ген. проектын эшләүҙә ҡатнаша (1938). БАССР Архитекторҙар союзына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Репрессиялана (1942), 1989 й. аҡлана.

Е.И.Донгузова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика