ТОҠОМБӘТОВ Мәхмүт Исхаҡ улы [8.2.1916, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Күҙәй а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 25.5.1989, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1971), проф. (1974). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Үзбәкстан халыҡ хужалығы ин‑тын тамамлағандан һуң (Сәмәрҡәнд ҡ., 1936) Төрөкмән ССР‑ы Дәүләт планының иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑тында (Ашхабад) эшләй, 1939—41 йй. Приморье крайының план комиссияһында (Владивосток ҡ.) сектор мөдире. 1946 й. алып СССР Дәүләт планы (Грозный) вәкиленең урынбаҫары, 1949 й. — Статистика идаралығында нач., 1952—53 йй. КПСС‑тың өлкә ком‑ты бүлегендә (икеһе лә — Бохара ҡ.) мөдир. 1956—86 йй. СССР ФА БФ‑та: 1963 й. башлап сектор мөдире, 1971— 85 йй. Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре хужалыҡ иҫәп-хисабы һәм матди дәртләндереү, ҡабаттан етештереүҙе киңәйтеү проблемаларына арналған. Т. тарафынан к‑здарҙың милкен дәүләттә страховкалау һәм уларҙың килем һалымы системаларын камиллаштырыу ысулдары тәҡдим ителгән. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдә .е” орд. м‑н бүләкләнгән (1966, 1975).

Х е ҙ м.: Воспроизводство валового продукта в сельском хозяйстве. М., 1974. Д.Ғ.Күскилдин, Т.Р.ӘхмәроваТәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018