ТАҠТАШ Һаҙый (ысын исеме Таҡташев Мөхәмәтһаҙый Хәйрулла улы; 20.12.1900, Тамбов губ. Сургодь а. — 8.12.1931, Ҡазан), шағир. “Күмелгән ҡоралдар” (1927) драмаһы, “Мөхәббәт тәүбәһе” (1927), “Алһыу” (1929) һ.б. поэмалар авторы. “Сырҡыды ауылы”, “Дауылдан һуң”, “Быуаттар һәм минуттар” (бөтәһе лә — 1924) поэмаларының төп темаһы — революция (1917), тарихтың һынылышлы мәлдәрендә халыҡ яҙмышы. “Камил” (1930; бөтәһе лә — татар телендә) драмаһында коллективлаштырыу йылдарындағы синфи көрәш сағылдырылған. Ижадына стиль яңылығы, ораторлыҡ пафосы, лирика һәм юмор хас. Шағир силлабик шиғриәтте интонациялы шиғыр, ритмика, рифма төрлөлөгө м‑н байытып, уның яңы мөмкинлектәрен асҡан. Т. шиғриәте башҡ. шағирҙары һәм яҙыусылары Б.Бикбай, Б.Вәлид, А.Карнай, И.Насыри, Р.Ниғмәти, Ғ.Сәләм, Ғ.Хәйри һ.б. ижадына йоғонто яһай. Башҡорт драма театрында 1923 й. Т. “Ер улдары”, 1919—22 йй. “Күмелгән ҡоралдар” пьесалары б‑са спектаклдәр ҡуйыла. Л.З.Исмәғилева тарафынан Т. шиғырҙарына тауыш һәм оркестр өсөн симфония яҙыла.

Әҫәрҙ.: Тәүфиҡлы бесәй. Өфө, 1930; Һайланма шиғырҙар. Өфө, 1938; Шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө, 1962.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.