ТАҠАТЫ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Ғафури р‑ндары буйлап Таҡаты й. (Еҙем й. ҡушылдығы) киңлек бүлеменән Айыулы й. (Рәүҙәк й. ҡушылдығы) башына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 20 км, киңлеге 5—6 км, абс. бейеклеге 657 м. Бейеклектәре 485—657 м еткән 5 түбәһе бар (Ҡара арҡа, Оҙонҡыр һырты, Яманташ тауҙары). Рельефы тәпәш таулы, һырт түбәләре яйла һымаҡ, көнбайыш битләүҙәре һөҙәк, көнсығышы — текә, йылға үҙәндәре һәм уйһыулыҡтар м‑н йырғыланған. Вендтың терриген тоҡомдарынан ғибәрәт. Һырт битләүҙәрендә Еҙем ҡушылдыҡтары (Таҡаты, Ҡарайылға, Балайылға, Зәйнәш һ.б. йылғалар) башлана. Ландшафы аҡһыл һоро тау‑урман һәм көрән тупраҡтарҙағы киң япраҡлы‑ҡара ылыҫлы урмандарҙан тора.

Тәрж. И.М.Япаров

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018