ТАЙСИНОВ Марат Ғәли улы [10.1. 1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Гәйнәямаҡ а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны)], педагог. Пед. ф. д‑ры (1986), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1995). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) Миәкә р‑нының Яңы Омельники урта мәктәбе, 1952 й. алып Әлшәй р‑нының Гәйнәямаҡ урта мәктәбе, 1953 й. — 19‑сы эшсе йәштәр урта мәктәбе, 1959 й. — 71‑се урта мәктәп (икеһе лә — Өфө) директоры. 1965 й. башлап Мәскәүҙә: 1968 й. алып СССР Пед. ФА‑ның фәнни тикшеренеүҙәрҙе координациялау советының ғилми секретары, 1976 й. — өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1977 й. башлап СССР Пед. ФА‑ның Дөйөм һәм пед. психология ҒТИ‑нда өлкән, төп ғилми хеҙм‑р, лаб. мөдире урынбаҫары, 1992 й. алып Милли мәғариф проблемалары ин‑тының төп, баш ғилми хеҙм‑ре, лаб. мөдире, 1999 й. — Дөйөм мәғариф ин‑тының баш ғилми хеҙм‑ре, 2002 й. — Урта проф. белем биреү проблемалары ин‑тының пед. һәм тәрбиәләү психологияһы каф. мөдире, 2007 й. башлап Мәскәү Мәғариф департаментының Проф. белем биреү б‑са уҡытыу‑методик үҙәгендә баш белгес. Фәнни тикшеренеүҙәре урта проф. белем биреү системаһында этнопедагогика, этнопсихология, полимәҙәниәтлелек проблемаларына һ.б. арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Народные традиции и религиозная культура в воспитании учащихся. М., 1992; Формирование личности учащихся на духовно-нравственных ценностях народа. М., 1999.

С.Ғ.Курас

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина