ТАЙНАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Тайнаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 23 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 82 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1301 кеше; 1920 — 1004; 1939 — 904; 1959 — 622; 1989 — 584; 2002 — 557; 2010 — 487 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы Сикәй а. (хәҙ. Шаран р‑ны Иҫке Сикәй а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә, 18 б. башынан билдәле. Тәүге төпләнеүсе Тайнаш Сикәев исеме м‑н аталған. 1733 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында ш. уҡ даруғаның Балаҡ а. (хәҙ. Иҫке Балаҡ а.) яһаҡлы татарҙар күсеп килгән һәм Кесе Балаҡ а. (1834 й. һуң Т. ҡушылған) нигеҙ һалған. 1762 й., 1812 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр, 1772 й. — мишәрҙәр, 1840 й. Бәләбәй өйәҙе Тамъян а. керҙәш башҡорттар килеп ултырған. 1795 й. 19 йортта 122 кеше йәшәгән, 1865 й. 20 йортта — 422 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне, 20 бакалея кибете булған. 1906 й. мәсет, урыҫ-башҡ. мәктәбе, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. Яңы Тайнаш бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Тайнаш исеме м‑н иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ә.Н.Жеравина, В.М.Исхаҡов, Ә.Х.Хәбиров ошо ауылда тыуған.

В.М.Исхаҡов, Ә.Х.Хәбиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.