ТАЖЪЯПРАҠ, б р а х и а к т и с (Brachyactis), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда керпек Т. үҫә. Ҡаты ҡылдар м‑н ҡапланған бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, төбөнән алып тармаҡлана (ботаҡтары ябай, ҡыҫҡа), ҡуйы япраҡлы, бейеклеге 2—60 см. Япрағы бөтөн, ҡыяҡ, ҡыяҡ- ланцет; аҫҡыһы һаплы, ҡалғандары ултырма йәки һабаҡты яртылаш уратып алған. Төбөнән алып өҫкө өлөшөнә табан япраҡтар ваҡлана һәм яйлап кәрзиндең ваҡ урамаларының япраҡтарына әүерелә. Кәрзин ситендә көпшәле емешлек (төҫһөҙ) һәм ялған телле (ал төҫтә) сәскәләр урынлашҡан; урта өлөшөндә ике енесле төҫһөҙ йәки ҡайһы берҙә алһыу тешле көпшәле сәскәләр бар. Кәрзине ҙур түгел (диам. 1—2 см), суҡ‑һепертке рәүешле сәскәлектәргә йыйылған. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — 2 рәт бер төрлө аҡ төктәрҙән торған өлпөлө орлоҡса, авг.—сент. өлгөрә. Респ. керпек Т. Атауҙы күленең көньяҡ ярында табыла (Әбйәлил р‑ны), 1931 й. йыйыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.