БАЗИЛЕВКА, ауыл, 1992 й. алып Өфө эсендә (Калинин р‑ны).

Фаразланыуынса, 1700 й. Пекарскийҙарҙың бәләкәй ауылы булараҡ нигеҙ һалына, 1847 й. алпауыт Базилевскийҙар ҡулына күсә. 1848 й. Пенза губ. крепостной крәҫтиәндәр килеп урынлаша. 1865 й. Отрада (Пекарский, Б., Тимофеевка — С.П.Базилевскаяның ире, губерна прокуроры А.В.Тимофеев фамилияһы м‑н) исеме м‑н теркәлгән, 72 йортта 523 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, ағас әйберҙәр эшләү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, китапхана‑уҡыу өйө, 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 940 кеше; 1920 — 1173; 1939 — 1042; 1959 — 590; 1989 — 153 кеше. 1992 й. Өфө р‑ны Урыҫ‑Юрмаш а/с ҡараған.

З.И.Гудкова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика