ТАЖУРИЗИНА Зөлфиә Абдулхаҡ ҡыҙы (26.6.1932, Түб. Новгород крайы Красная Горка а.), философ. Филос. ф. д‑ры (1993), проф. (1995). МДУ‑ны тамамлаған (1955). 1956 й. алып Таулы Алтай пед. ин‑тында, 1958 й. — 3‑сө Стәрлетамаҡ киске (сменалы) эшсе йәштәр мәктәбендә, 1960—61 йй. КПСС‑тың Стәрлетамаҡ ҡала ком‑тында эшләй. 1965 й. башлап МДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре дин тарихы һәм философияһы, фекер азатлығы тарихы, философия тарихы проблемаларына арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Актуальные вопросы истории атеизма. М., 1979; Идеи свободомыслия в истории культуры. М., 1987; Философия Николая Кузанского. 2‑е изд. М., 2009.

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018