• Печать

ТАГАРИЕВ Рәшит Зәки улы [3.12. 1952, БАССР‑ҙың Байҡыбаш р‑ны Тигермән а. (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны)], педагог. Пед. ф. д‑ры (1992), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2000), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2012). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1976) Илеш р‑нының Ҡәҙер урта мәктәбендә уҡыта. 1978 й. алып Бөрө соц.‑пед. акад.: 1985 й. башлап физика уҡытыу методикаһы һәм уҡытыуҙың техник саралары каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1991 й. — мөдире, 1992 й. алып физика‑матем. ф‑ты, 2002 й. — технология һәм эшҡыуарлыҡ ф‑ты деканы, 2014 й. башлап уҡытыусы. Фәнни тикшеренеүҙәре ауыл мәктәптәре уҡыусыларына политехник белем биреүгә арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Технологическое образование сельских школьников. М., 2002; Экологоориентированная деятельность в технологической подготовке сельских школьников. Уфа, 2008.

И.Р.Левина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина